04.01.2021
ҒАИЛӘМ Мине бында яраталар, Мине бында көтәләр, Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм, Борсолошоп бөтәләр. Беҙ бөтәбеҙ бергә - "беҙ", Шуға күрә бергәбеҙ. Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп, Бергә-бергә берегәбеҙ. Ғаиләнең усағы - Атам-әсәм ҡосағы! (Р.Ураҡсина) 04.01.2021 й.гимназияла 1-се класс уҡыусыларының ата-әсәйҙәре менән берлектә "Яңы йылдың ғаилә уйындары"тигән ярыштары уҙҙы.Унда Кәримовтар,Яковлевтар һәм Аҡҡужиндар ғаиләләре ҡатнашты.Кәримовтар командаһы гимназия намыҫын районда яҡлаясаҡ!
Просмотров всего: , сегодня: