Публикации за Март 2021

25.03.2021

2021 йылдың 23 мартында “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2021” регион-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы асҡан был конкурста быйыл Башҡортостан Республикаһы, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре мәктәптәренән 53 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусы уҡытыусылар 4 марттан 20 мартҡа тиклем төрлө һынауҙарҙы үтеп сыҡтылар: “Методик оҫтахана” этабында үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән таныштырҙылар, “Дәрес” этабында онлайн форматта асыҡ дәрес бирҙеләр, “Милли кейемде презентациялау” этабында үҙҙәре йәшәгән төбәккә генә хас булған милли үҙенсәлекле костюмдарҙы күрһәттеләр йәки бай тарихҡа эйә булған милли ҡомартҡылар хаҡында һөйләнеләр. Бынан тыш, быйыл конкурста бер ни тиклем үҙгәрештәр ҙә булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Мастер-класс” этабында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары – буласаҡ уҡытыусылар менән иң уңышлы тип тапҡан эш алымдары менән бүлеште. Бөгөнгө башҡорт теле уҡытыусыһы ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел табып, уңышлы эшләй белергә тейеш. “Ата-әсәләр менән әңгәмә” ваҡытында был конкурс һынауы уҡытыусыларыбыҙҙың мәғарифтың көнүҙәк һорауҙарын яҡшы аңлауын һәм мәктәп менән ғаилә араһындағы бәйләнештәрҙең көслө икәнен күрһәтте. Шулай итеп, бер ай һуҙымында барған көсөргәнешле конкурста Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы тапшырылды. Клара Мырҙағәле ҡыҙына шулай уҡ Республика ата-әсәләр комитетының махсус бүләге тапшырылды. Матур һөҙөмтәләргә ирешкән хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ. Уға яңы асыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Просмотров всего: , сегодня:

25.03.2021

25 мартта бөтә республикала балаларҙың туҡланыуы буйынса үткәрелгән Берҙәм асыҡ ишектәр көнөнә Иҫәнғол башҡорт гимназия -интернаты ла ихлас ҡушылды.Дөрөҫ туҡланыуға арналған класс сәғәттәре уҙҙы, "Сәләмәтлек - үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа" исемле күргәҙмә ойошторолдо. Ата -әсәләр ҙә был саранан ситтә ҡалманы-балаларҙың туҡланыуын күҙәттеләр, меню менән таныштылар, төшкө ашты үҙҙәре лә тәмләп ҡаранылар.

Просмотров всего: , сегодня:

22.03.2021

"Пионер булыу еңелдән түгел" - шулай аталды бөгөнгө сара.5,6А,6Б класы уҡыусылары "Башҡортостан пионерҙары" сафына алынды.Улар Тыуған илебеҙ, ғәзиз Башҡортостаныбыҙ өсөн кәрәкле кешеләр булырға,халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итергә,ойошманың ҡанундарын тайпылышһыҙ үтәргә тип тантаналы рәүештә вәғәҙә бирҙеләр. Етенселәр, сараға яуаплы булараҡ,пионерҙарға үҙ теләктәрен шиғыр юлдары аша еткерҙеләр.

Просмотров всего: , сегодня:

20.03.2021

Гимназияла Хәүефһеҙ шәмбе сиктәрендә беренсе һәм бишенсе кластар өсөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнеү ойошторолдо.Уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, йомаҡтар систеләр,юл билдәләрен ҡабатланылар. Сара Ейәнсура районының ЮХХДИ бүлеге бүләктәрен таратыу менән тамамланды

Просмотров всего: , сегодня:

19.03.2021

#ГодЗдоровьяРБ #ЗдороваяулыбкаБашкортостана #СәләмәтлекйылыРБ #Башҡортостандыңсәләмәтйылмайыуы 19.03. Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары,уҡытыусылары "Йылмайыуың менән ғорурлан!" исемле республика Флешмобына дәррәү ҡушылды.Тештәр,уларҙы тәрбиәләү тураһында төрлө фәһемле әңгәмәләр, күңелле уйындар,һүрәттәр конкурсы үткәрелде

Просмотров всего: , сегодня:

18.03.2021

18 март гимназиябыҙҙа, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылын ҡаршылап ,сара үтте.5-се класс уҡыусылары халҡыбыҙ тарихы,уға арналған йыл тураһында мәғлүмәт алғандан һуң,Башҡортостан автономияһы тураһында видефильм ҡаранылар.

Просмотров всего: , сегодня:

18.03.2021Хочу такой сайт

18 март гимназиябыҙҙа, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылын ҡаршылап ,сара үтте.5-се класс уҡыусылары халҡыбыҙ тарихы,уға арналған йыл тураһында мәғлүмәт алғандан һуң,Башҡортостан автономияһы тураһында видефильм ҡаранылар.

Просмотров всего: , сегодня:

13.03.2021

"Күмәкләгән - яу ҡайтарған " ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, бергә эшләһәң эш тә ырамлы,күңелдәр ҙә күтәреңке. Башҡорт гимназия - интернаты коллективы ла оҙайлы бурандарҙан һуң гимназия территорияһын ҡарҙан таҙартыу өмәһен ойошторҙо.

Просмотров всего: , сегодня:

06.03.2021

Өс мөғжизә мине әсир алды - Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше... Был алтын һүҙҙәр Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең шиғырынан. "Асылмаҫ сер, Тылсым булып ҡалыр асылында" тип нарыҡланған гүзәл заттар - ҡатын-ҡыҙҙар байрамы етеп килә. Гимназияның 9-сы класс егеттәре байрам уңайынан бик матур сара үткәреп, уйындар ойоштороп,ҡыҙҙарҙы ҡотлап, үҙҙәренең ихлас, иғтибарлы, рухлы булыуҙарын тағы бер тапҡыр раҫланылар. Афарин, егеттәр! Ҡыҙҙар! Һеҙҙе байрам менән!!! Һәр ваҡыт бөгөнгөләй матур,күркәм холҡло, аҡыллы булығыҙ!

Просмотров всего: , сегодня:

05.03.2021

8 март -Халыҡ -ара ҡатын- ҡыҙҙар көнөнә арналған төрлө саралар уҙҙы гимназиябыҙҙа.Гүзәл заттарыбыҙҙың һәр ҡайһыһы ҡотлауҙар ҡабул итте.Кескәйҙәр эшләгән бүләктәр,төшөргән һүрәттәр иң ихласылыр ул барыбер...

Просмотров всего: , сегодня:

01.03.2021

Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге Дәүләт инспекцияһына 85 йыл тула. Бөгөн район мәҙәниәт йортонда үткән конкурс ошо датаға арналды.Көндән -көн артҡан автомобилдәр һаны, ысынлап та,юл хәрәкәтенең хәүефһеҙлегенә айырыуса иғтибар талап итә. Гимназияның намыҫын 8-се кластың "Алға" командаһы яҡланы.Үҙҙәренең сағыу сығыштары,урынлы шаяртыуҙары менән тамашасыларҙың,жюри ағзаларының күңелен яуланы. "Иң яҡшы капитан"номинацияһында Бакирова Илнараға етеүсе булманы!Ә команда лайыҡлы икенсе урын яуланы.Афарин!Артабан дә уңыштар һеҙгә, уҡыусылар!

Просмотров всего: , сегодня:

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».