Публикации за Апрель 2021

27.04.2021

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Ейәнсура башҡорт гимназия-интернатында ырыуыбыҙ, районыбыҙ тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә хөрмәт,ихтирам йөҙөнән эҙләнеү эштәре менән ғилми-ғәмәли конференция үткәрҙе. Бында гимназия уҡыусылары район тарихына,иҫтәлекле урындарына,йәнтөйәк данын күтәреүселәргә арналған мәғлүмәт туплап,сығыш яһанылар.Мәртәбәле ҡунаҡтар тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры М.Х.Асылбаев,Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В.А.Мәүлетов,тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе,6 китап авторы М.С.Туләбаев һәм гимназия директоры Э.Б.Садыкова жюри ағзалары булды.Сарала ҡатнашыусылар районыбыҙҙың арҙаҡлы кешеләре,хеҙмәт батырҙары,тәбиғәте,йыр сәнғәте,тарихи ваҡиғалары тураһында күп мәғлүмәт алдылар.Жюри уҡыусылар сығышын иғтибар менән тыңлап,иң уңышлы эштәрҙе билдәләп үттеләр.1-се урынға Күсәрбаев Илнар,Түләбаева Гөлназ,2-се урынға Искәндәрова Айгизә,Бакирова Илнара,3-сө урынға Йәнбәков Ильяс,Баязитова Эльза лайыҡ булды.

Просмотров всего: , сегодня:

23.04.2021

Сәләмәт туҡланыу аҙнаһы сиктәрендә үткән класс сәғәттәре

Просмотров всего: , сегодня:

22.04.2021

19 апрелдән 23-нә тиклем Башҡортостанда Сәләмәт туҡланыу аҙнаһы үткәрелде.Уның маҡсаты итеп мәктәптәрҙә дөрөҫ туҡланыу аша уҡыусыларҙа, ата- әсәләрҙә сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү алынды. Был аҙна сиктәрендә төрлө саралар планлаштырылды.Ижади һәм танып белеү дәрестәре,стенгазета, һүрәттәр конкурстары,мәғлүмәти стенд,ата- әсәйҙәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө, китапханала күргәҙмә ойошторолдо.

Просмотров всего: , сегодня:

16.04.2021

#Деньнациональногокостюма #Милликейемкөнө

Просмотров всего: , сегодня:

15.04.2021

15 апреля в рамках акции "Неделя без турникета" 7 класс посетил пожарную часть. Ребята познакомились с рабочим местом диспетчера, посмотрели фильм о пожарах, а самой интересной и запоминающейся частью, пожалуй, был показ пожарных костюмов и машин.

Просмотров всего: , сегодня:

15.04.2021

Халҡыбыҙҙың аҡылын,философияһын,рухи донъяһын сағылдырған әкиәттәр ҙур тәрбиәүи көскә эйә.Русса яҙыусыһы А.Н. Толстой:,,Әкиәт-халыҡтың бөйөк рухи мәҙәниәте,беҙ уны бөртөкләп йыябыҙ,әкиәт аша халыҡтың меңәр йыллыҡ тарихы асыла",-тип яҙған.

Просмотров всего: , сегодня:

14.04.2021

Гимназиябыҙҙа 5-10-сы кластар араһында Сәмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған КВН уйыны үткәрелде. Һәр команда үҙҙәренең визиткаһы һәм "Һаулыҡ һәр саҡ модала" исемле музыкаль йүнәлештә әҙерләнгән өйгә эше менән таныштырҙы. Уйын бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. 5-7 -се кластар араһында 1-се урынды 7-се класс,2-се урынды 6А һәм 6Б,3-cө урынды 5-се класс яулаһа, 8-10-сы кластар араһында 1-се урынды 9Б һәм 10-сы класс, 2-се урынды 8-се класс, 3-сө урынды 9А класы яуланы. Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

12.04.2021

#РДШ #Денькосмонавтики #Гагарин60 #Выставкаподелок #Макеттаркүргәҙмәһе #Конкурсрисунков #Һүрәттәрконкурсы Башланғыс класс уҡыусылары Космонативка көнөнә арналған Макеттар, моделдәр күргәҙмәһендә әүҙем ҡатнашты

Просмотров всего: , сегодня:

12.04.2021

#РДШ #Денькосмонавтики #Гагарин60 #АкцияКВИЗ 5-се класта "Серле йыһан" исемле викторина үткәрелде

Просмотров всего: , сегодня:

12.04.2021

#РДШ #Денькосмонавтики #Гагарин60 #Сборпионеров 12 апрель -Космонавтика көнөнә арналған сбор үтте.Унда 5,6А,6Б,7-се класс уҡыусылары ҡатнашты

Просмотров всего: , сегодня:

10.04.2021

В МОАУ башкирская гимназия – интернат обучающиеся с удовольствием занимаются в секции «Лапта», руководителем которого является Сырлыбаев Анзур Халимович. Русская лапта — это двусторонняя командная игра, которая проводится на прямоугольной площадке, ограниченной боковыми и лицевыми линиями.

Просмотров всего: , сегодня:

03.04.2021

1апрель көнө "Салауат" спорт комплексында Сәләмәтлелек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнап район мәктәптәре араһында спартакиада ойошторолдо. Бөтәһе 18 мәктәп командаһы 9 спорт төрө буйынса көс һынашты. Гимназия командаһы үҙенең берҙәмлеге, оҫталығы, етеҙлеге менән айырылып торҙо. Оҙонлоҡҡа һикереү буйынса l урын, турникта күтәрелеү буйынса Сырлыбаев Әнзүр Хәлимович ll урынды яулаһа, атыу буйынса Саматов Юлай Фатиховичҡа етеүсе булманы. Йөҙөү буйынса беҙҙең команда (Уразова Л.И., Хәсәнов Й.Й., Сырлыбаев Ә.Х.) шулай уҡ алдынғылыҡты бирмәне һәм ll урын алып ҡыуандырҙы. Иң ҡыуаныслыһы, гимназия командаһы 18 мәктәп араһында ll урын алып ҙур уңыштарға өлгәште. Команданы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Просмотров всего: , сегодня:

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».