Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата “Үлемһеҙ полк” исемле фильм ҡараныҡ

06.05.2020

Беҙҙең гимназия –интернатта тәрбиә эше яҡшы ҡуйылған. Һәр тәрбиәүи сара көслө йөкмәткеле була. Балаларға бирелгән тәрбиә орлоҡтары, улар гимназиянан сығып киткәс тә үҙ емештәрен бирһен өсөн эшләнелә ул. Әле беҙ балалар менән дистанцион уҡыуҙабыҙ. Тәрбиәүи эш тә, уҡыу менән бер рәттән барыуын дауам итә. Балалар бөгөнгө көндә төрлө конкурстарҙа, Еңеүҙең 75 йыллығына арналған марафонда дистанцион рәүештә ҡатнашыуын дауам итә.

Беҙ етенсе класс уҡыусылары менән Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата “Үлемһеҙ полк” исемле фильм ҡараныҡ. Класс менән билдәле бер ваҡытта фильмды ҡарап, үҙ фекерҙәребеҙҙе ватсаптағы группабыҙ аша белдерҙек. “Мин иланым, апай!”, “Көслө малай, нисек ҡурҡманы икән?”, ” Йәлләүес”,

” 22 июнь таңын Брест крепосында ҡаршылаусылар - бөтәһе лә батырҙар“, ,,Һуғыш булмаһын!!!” тип яҙҙы уҡыусылар. Был эскерһеҙ, ҡыҫҡа ғына һөйләмдәрҙән, фильмдың балаларға көслө тәьҫир итеүе күренде.

Һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ! Балаларға һуғыш тигән фажиғәне фильмдарҙа ғына ҡарарға ҡалһын!Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 07.05.2020

Дата обновления: 07.05.2020

Дата публикации: 06.05.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».