18.05.2020
Башҡорт гимназия - интернатының 8-се класс уҡыусыһы Шахмөхәмәтова Азалия Азамат ҡыҙы "Сулпылар" балалар һәм үҫмерҙәр республика йыр - моң конкурсының беренсе турында ҡатнашып икенсе турға үтте. Азалияның һәләттәрен үҫтереүсе, етәксеһе, үҙ эшен яратҡан һәм балаларҙы ҙур уңыштарға өндәүсе йыр уҡытыусыһы Тоҡомбәтов Фәнүр Ғайса улы. Бәләкәйҙән Азалия йыр - моң ярата һәм уның хыялы "Сулпылар"конкурсында ҡатнашыу була. Тырыш ҡыҙ үҙ маҡсатына иреште! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Дата создания: 18.05.2020
Дата обновления: 18.05.2020
Дата публикации: 18.05.2020