01.09.2020
Беренсе сентябрь. Бөгөн ғәжәп:
Урамдарҙа — шау-гөр, йәнлелек.
Ҡайҙа бар ул, ҡайһы илдә донъя
Күреп тора шундай йәмлене?!
Ал-ҡыҙыллы сәскә — сабыйҙарҙа,
Урамдарға сәскә һибелгән.
Көләс йөҙҙәр, шат тауыштар яңғырай,
Һәр бер бала ҡупшы кейенгән.
Ҡояш көлә. Көҙгө ҡояш көлә,
Ниндәй ғәзиз һары нурҙары!
Ҡотлай ҡояш Белем көнө менән
Ватанымдың ул һәм ҡыҙҙарын.
(К.Кинйәбулатова)
1 сентябрь 2020 йыл
Иҫәнғол башҡорт гимназия - интернатында 1,9,11 - се класс уҡыусылары өсөн тантаналы линейка үткәрелде.Ҡалған кластар өсөн был сара онлайн форматта уҙҙы.
Просмотров всего: , сегодня:
Дата создания: 07.09.2020
Дата обновления: 07.09.2020
Дата публикации: 01.09.2020