Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Ейәнсура башҡорт гимназия-интернатында ырыуыбыҙ, районыбыҙ тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә хөрмәт,ихтирам йөҙөнән эҙләнеү эштәре менән ғилми-ғәмәли конференция үткәрҙе.

27.04.2021

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Ейәнсура башҡорт гимназия-интернатында ырыуыбыҙ, районыбыҙ  тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә хөрмәт,ихтирам йөҙөнән эҙләнеү эштәре менән ғилми-ғәмәли конференция үткәрҙе. Бында гимназия уҡыусылары район тарихына,иҫтәлекле урындарына,йәнтөйәк данын күтәреүселәргә арналған мәғлүмәт туплап,сығыш яһанылар.Мәртәбәле ҡунаҡтар тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры М.Х.Асылбаев,Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В.А.Мәүлетов,тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе,6 китап авторы М.С.Туләбаев һәм гимназия директоры Э.Б.Садыкова жюри ағзалары булды.Сарала ҡатнашыусылар районыбыҙҙың арҙаҡлы кешеләре,хеҙмәт батырҙары,тәбиғәте,йыр сәнғәте,тарихи ваҡиғалары тураһында күп мәғлүмәт алдылар.Жюри уҡыусылар сығышын иғтибар менән тыңлап,иң уңышлы эштәрҙе билдәләп үттеләр.1-се урынға Күсәрбаев Илнар,Түләбаева Гөлназ,2-се урынға Искәндәрова Айгизә,Бакирова Илнара,3-сө урынға Йәнбәков Ильяс,Баязитова Эльза лайыҡ булды.

Буранғолов Илшат  ,,Еңеүгә ынтылыш,,,Йылҡыбаев Ильяс ,,Халҡыбыҙ тарихына тоғролоҡ,, Бикбаева Гүзәлиә ,,Йәнтөйәккә һөйөү,, номинацияларында еңеүсе булдылар.Жюри ағзалары,администрация спонсор ҙа булдылар.Вафа Мәүлетов башҡарыуында ҡурай моңдары,аҡһаҡалдар кәңәше,теләктәре кисәне биҙәне.

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 28.04.2021

Дата публикации: 27.04.2021

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».