Район мәктәптәре араһында спартакиада үтте

03.04.2021

1апрель көнө "Салауат" спорт комплексында Сәләмәтлелек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнап район мәктәптәре араһында спартакиада ойошторолдо. Бөтәһе 18 мәктәп командаһы 9 спорт төрө буйынса көс һынашты. Гимназия командаһы үҙенең берҙәмлеге, оҫталығы, етеҙлеге менән айырылып торҙо. Оҙонлоҡҡа һикереү буйынса l урын, турникта күтәрелеү буйынса Сырлыбаев Әнзүр Хәлимович ll урынды яулаһа, атыу буйынса Саматов Юлай Фатиховичҡа етеүсе булманы. Йөҙөү буйынса беҙҙең команда (Уразова Л.И., Хәсәнов Й.Й., Сырлыбаев Ә.Х.) шулай уҡ алдынғылыҡты бирмәне һәм ll урын алып ҡыуандырҙы.

Иң ҡыуаныслыһы, гимназия командаһы 18 мәктәп араһында ll урын алып ҙур уңыштарға өлгәште. Команданы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 05.04.2021

Дата обновления: 05.04.2021

Дата публикации: 03.04.2021

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».