Военно -патриотическое воспитание
18.02.2021

Февраль - батырлыҡ айы.Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуы ла, Ватанды һаҡлаусылар көнө лә нәҡ был айҙа бит.Ошо ваҡиғаларға бәйле бихисап саралар үткәрелә уҡыу йортобоҙҙа.18.02.5-7- се кластар өсөн ойошторолған "Хәрби йырҙарҙы сәхнәләштереү" конкурсы ана шуларҙың береһе.Бәйгелә отставкалағы подполковник Таиров Р.И.,район ветерандары Советы рәйесе Кәримова Н.Ф.,военкомат вәкиле Сәғитова Р.Х.,"Бөркөт"ойошмаһы егеттәренең ҡатнашыуы уның мәртәбәһен арттырҙы ғына,район кимәленә күтәрҙе,тиһәм дә һис шаштырыу булмаҫ!Уҡыусыларыбыҙҙың ихлас, эскерһеҙ уйнауҙары күңел ҡылдарын тибрәтте,ауыр һуғыш йылдарына алып барҙы... Шулай итеп,һөҙөмтәләр түбәндәгесә: 5-се класс-1-се, 6А-2-се, 6Б менән 7-се кластар 3-сө урындарҙы бүлеште.
Просмотров всего: , сегодня:
18.02.2021

Бәхетленең ҡунағы бер көндә, ти... Бөгөн ике сараның шаһиты, баһалаусыһы булды беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙ... Кемдәр икәнен, алдағы яҙмала табырһығыҙ.Ә хәҙер һүҙ 8-10 кластар араһындағы "Хәрби марш һәм йыр" бәйгеһе тураһында булыр. Был сара гимназияла матур йолаға әйләнде тип әйтергә мөмкин.Кластарҙың әҙерлегеге лә йылдан- йыл яҡшыраҡ, ҡатнашыусыларҙың мөнәсәбәте лә етдиерәк була бара.Ә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү,рухты үҫтереү,бер- берең өсөн яуаплылыҡ,берҙәмлелек кеүек төшөнсәләрҙе аңлау ... ысын мәғәнәһендә,сараның әһәмиәте бик ҙур! Һәр бер бәйгенең еңеүсеһе була.Абруйлы жюриның фекере буйынса 10-сы класс -1-се,9А -2-се,9Б менән 8-се кластар - 3-сө урынға лайыҡ тип билдәләнде."Иң яҡшы командир"номинацияһында Шахмөхәмәтова Азалияға етеүсе булманы!
Просмотров всего: , сегодня:
17.02.2021

Бөгөн, 17 февраль, башланғыс класс уҡыусылары “Беҙ -илдең киләсәге”, исемле әҙәби - музыкаль конкурста ҡатнаштылар. Был сарала район ветерандары Советы рәисе Кәримова Н.Ф. ҡатнашты.
Просмотров всего: , сегодня:
17.02.2021

Бер егеттең ҡыйыулығы мең егеткә дан килтерер... Егетлек бүрек кейеүҙә түгел, батырлыҡта... Бигерәк тапҡыр телле инде халҡыбыҙ! Был мәҡәлдәр тап беҙҙең егет- ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында ла баһа!17 февралдә үткән "Зарница" республика хәрби- спорт уйынының район этабында икенсе урын яулап. үҙҙәренең һәләтен төрлөсә асып,гимназияныбыҙҙың намыҫын яҡлаусы "Һалдаттар"командаһы тураһында ине һүҙем. 16 мәктәп араһында лайыҡлы сығыш яһанылар: "Хәрби-тарихи викторина"- 1-се, "ОЗК"(Ҡыуатов Нияз)-2-се, "Көс гимнастикаһы"(Сырлыбаева Нурзилә)-2-се, "Автоматты тағатыу-йыйыу"( Уразов Искәндәр)-3-сө урын. Рухлы,берҙәм булыуҙары уңышҡа алып килде лә инде уларҙы!
Просмотров всего: , сегодня:
08.02.2021

Гимназияның 5-се класс уҡыусылары өсөн йәш антифашистар көнөнә арналған сара үтте. Уҡыусылар үҙҙәренең тиҫтерҙәре пионер-геройҙар тураһында мәғлүмәт алдылар. Илһөйәрлек, ватансылыҡ тәрбиәләүсе был сара 8 февраль-йәш антифашистарҙы иҫкә алыу көнөнә арналды.
Просмотров всего: , сегодня: