Школьная библиотека

18.03.2021

WhatsApp Image 2021-03-19 at 17.29.11 (1).jpeg

18 март гимназиябыҙҙа, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылын ҡаршылап ,сара үтте.5-се класс уҡыусылары халҡыбыҙ тарихы,уға арналған йыл тураһында мәғлүмәт алғандан һуң,Башҡортостан автономияһы тураһында видефильм ҡаранылар.

Просмотров всего: , сегодня:

28.01.2021

WhatsApp Image 2021-01-28 at 12.00.35.jpeg

В гимназии прошел библиотечный урок,посвященный писателям,философам,композиторам,великим мыслителям,которые работали в библиотеках.Которые дружили с книгой до конца своих дней.В мероприятии прозвучали стихи о книге,о библиотеке.

Просмотров всего: , сегодня:

18.01.2021

WhatsApp Image 2021-01-18 at 12.45.44.jpeg

Библиотека башкирской гимназии-интернат заняла 3 место в республиканском конкурсе в номинации ,,Школьная библиотека-центр образовательной инфраструктуры

Просмотров всего: , сегодня:

15.01.2021

92d9b4605aef545ca3dff776a3f2da8b.jpg

14.01.2021й.гимназияла 8,10 -сы класс уҡыусылары өсөн Ғәли Соҡоройға арналған сара уҙҙы.Уны китапханасыбыҙ Нурия Мөхтәр ҡыҙы әҙерләне һәм алып барҙы.Уҡыусылар мәғрифәтсе,шағир тураһында мәғлүмәттәр алдылар,төрлө һорауҙарға яуаптар эҙләнеләр.Иң әүҙем уҡыусыға хатта бүләк тә эләкте.

Просмотров всего: , сегодня:

15.01.2021

WhatsApp Image 2021-01-18 at 12.29.57.jpeg

В АКТОВОМ ЗАЛЕ гимназии прошел вечер посвященный 195-летию со дня рождения выдающегося поэта,просветителя,ученого Гали Сокорой.Учащиеся участвовали в викторине ,посвященной поэту.Самому активному читателю Сабитову Алмасу был вручен приз.

Просмотров всего: , сегодня:

11.02.2020Хочу такой сайт

8BDCVqx9Jds.jpg

11.02.2020й.Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия - интернаты уҡыусылары Баймаҡ ҡалаһында үткәрелгән "Башҡортостан ынйылары"республика конкурсының зональ этабында 3- сө урын яуланы. Ә 9-сы класс уҡыусыһы Арыҫланов Айгиз "Ролде иң оҫта башҡарыусы"номинацияһында еңеүсе булды. "Аҫылташ"төркөмө (етәкселәре Ҡунысбаева Нурия Мөхтәр ҡыҙы, Солтанова Рәмилә Айытбай ҡыҙы) билдәле дәүләт эшмәкәре, тел белгесе Мстислав Ҡулаев тураһында тамаша күрһәтте. Уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ! #Альбина Уразаева#Еңеүҙәребеҙ

Просмотров всего: , сегодня:

10.02.2020

dBb4sCHdifo.jpg

"Башҡортостан" гәзите конкурстарында ҡатнашасаҡбыҙ"! "Башҡортостан" гәзитендә даими рәүештә конкурстар ойошторола. Уҡыусылар уларҙа ҡатнашырға вәғәҙә итте.

Просмотров всего: , сегодня:

22.11.2019

dqOvjagM_b0.jpg

Бөгөн гимназияла шаулап - гөрләп Әсәйҙәр көнөнә арнап байрам концерты ойошторолдо. Уҡыусылар изге теләктәрен, иң ҡәҙерле кешеләренә,үҙҙәренең моңло йырҙары,дәртле бейеүҙәре,шиғырҙары аша еткерҙе. Сараны 5А класы һәм уларҙың класс етәксеһе Нурия Мөхтәровна һәм тәрбиәсеһе Зәйтүнә Имангуловна ойошторҙо. Әсәйҙәрҙең шат йөҙҙәре, рәхмәт һүҙҙәре күңелгә тағы ла дәрт,дарман өҫтәне.

Просмотров всего: , сегодня:

19.11.2019

hKtwMw0FEm4.jpg

14-19 октябрҙә гимназияла этноаҙна сиктәрендә төрлө саралар үткәрелде. Уҡыусылар халыҡ уйындарын өйрәнделәр,тематик класс сәғәттәренә ҡунаҡтар саҡырылды, этнографик бүлмә булдырылды.Бөгөнгө шәмбе лә бик фәһемле һәм файҙалы үтте - 9-сы класс әҙерләгән этногеографик сара һәр кемгә оҡшаны. Ағинәйҙәр алып килгән ғаилә ҡомартҡыларын балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар.

Просмотров всего: , сегодня:

30.10.2019

GAk9WLJ2fUc.jpg

Башҡорт гимназия - интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған "Аҡйегет менән Аҡйондоҙ"конкурсы үтте. Был сарала "Киске Өфө"гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм яҙыусы Сәрүәр Суринаның ҡатнашыуы икеләтә ҡыуаныслы булды.Уҡыусыларҙың сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары,шиғырҙарҙы тамашасы күңеленә еткерә белеүҙәре һоҡландырҙы.Мәртәбәле ҡунаҡтарҙың сығышы, балалар,коллектив менән аралашыуҙары, бүләк итеп тапшырылған китаптар,күмәк фотоға төшөү - былар бөтәһе лә күңелгә дәрт, рух өҫтәне. "Аҡйегет" исеменә 9-сы класс уҡыусыһы Арыҫланов Айгиз, "Аҡйондоҙ" исеменә 7-се класс уҡыусыһы Ваһапова Гүзәлиә лайыҡ булды. Сараны ойоштороусы китапханасы Нурия Мөхтәровнаға һәм Радмир Рәиловичҡа рәхмәтлебеҙ.

Просмотров всего: , сегодня:

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».