Башҡорт теле йылы




Ccылка на видео


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2014” регион -ара конкурсы еңеүсеһе, Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатының 

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы дистанцион уҡытыу өсөн дәрес өлгөһө тәҡдим итә

Ccылка на видео




Башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән "Туған тел илселәре" республика акцияһы сиктәрендә  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙынан видео-дәрес



Ccылка на видео
 

Башҡорт теле йылы сиктәрендә уҙғарылған сараларға методик күрһәтмәләр.pdf (скачать) (посмотреть)
Методические рекомендации по реализации мероприятий в рамках Года башкирского языка .pdf (скачать) (посмотреть)
Башҡорт теле йылын үткәреү тураһында бойороҡ.pdf (скачать) (посмотреть)
Распоряжение МСОБ "Всемирный Курултай (конгресс) башкир" о проведении Года башкирского языка.pdf (скачать) (посмотреть)
Приказ МО о Дне башкисркого языка №1122 от 17.11.2020 г..pdf (скачать) (посмотреть)
План мероприятий МО, посвященных Дню башкирского языка - 2020.pdf (скачать) (посмотреть)
План мероприятий, посвященных Дню башкирского языка, в МОАУ башкирская гимназия-интернат с.Исянгулово.pdf (скачать) (посмотреть)

13.12.2020

1494b54f-b82a-4a51-a247-1d00800f0f52.jpg

Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатында Башҡорт теле йылын йомғаҡлау саралары планына ярашлы "Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,иле юҡтың ғына теле юҡ" темаһына ижади эштәр конкурсы ойошторолдо. Был конкурста уҡыусылар бик әүҙем ҡатнаштылар. Урындар түбәндәгесә билдәләнде.9Б һәм 10-сы кластар араһында Галина Азалия - I урын, Нурисламов Илдар, Ғафарова Раушания- II урын, Йылҡыбаева Айзидә, Урманбәтова Гөлфинә, Ураҡаев Ильяс, Бикбаева Әҙилә - III урын. Афарин, уҡыусылар!

Просмотров всего: , сегодня:

10.12.2020

53d611c97c40322837d8126457e7c612.png

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа һәм Башҡорт теле көнөнә арналған «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында "Мин башҡорт балаһы..." номинацияһында Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы уҡытыусылар араһында 1-се урын яулауны. Афарин, яңынан -яңы үрҙәр һеҙгә!

Просмотров всего: , сегодня:

10.12.2020

bfa97526de8bacc2148b20b617cf6936.png

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаҽвтың тормош,ижад юлына арналған 1-сҽ рҽгион - ара ғилми - ғәмәли конфҽрҽнцияла 6 - сы б класс уҡыусыһы Мөлөкова Самира ( ҽтәксҽһҽ - Дәүләтбаҽва К.М.) " "Аҡ ҡағыҙ битҽнән элҽк Аҡ ҡарға төшә йырым" тигән буктрҽйлҽры мҽнән 3 - сө урын алды. Афарин! Артабан да уңыштар һиңә, Самира!

Просмотров всего: , сегодня:

09.12.2020

663b72bcc77ab81c49dcfad03b1632a5.jpg

"Башҡорт теле йылы" сиктәрендә үткәрелгән сараларға гимназияның 6-сы А класы уҡыусылары ихлас ҡушылдылар. Улар "Туған тел"исемле диктант яҙып, 100% өлгәш күрһәттеләр. Диктант яҙыу барышында балалар " туған телеңде белеү - халҡыңдың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын белеү ул" тигән хәҡиҡәткә тағы бер тапҡыр инандылар. Телде тәләфләмәй генә һаҡлау һәм йәшәтеү бурысы киләһе быуындарҙың иңенә һалына икәнен яҡшы аңлаған уҡыусылар уҡый был класта.Афарин!

Просмотров всего: , сегодня:

08.12.2020

3196278.jpg

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Шулай уҡ 2019 йылдан алып 14 декабрь рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө тип билдәләнә. Был көн башҡорт халҡының бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килеп билдәләнеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Уның исемен Өфөлә Башҡорт дәүләт педагоигя университеты ла йөрөтә. Уҙған йылға йомғаҡ яһап, университет 11-12 декабрҙә “Аҡмулла диктант”ы уҙғара. Диктант үҙ эсенә 30 тест һорауын индерә: Аҡмулланың тормошо, ижады тураһында 10 һорау, уның замандаштары тураһында 10 һорау һәм башҡорт теле тураһында 10 һорау. Диктантта ҡатнашыу шарттары тураһында тулы мәғлүмәтhttps://bashdict.ru сайтында бирелгән һәм сарала ҡатнашыу өсөн дә ошо рәсми сайтҡа инеү талап ителә. #БашҡортТеле2020

Просмотров всего: , сегодня:

07.12.2020

7742e68d-2ea4-4edc-8fd3-e13203c19837.jpg

5 - сҽ класс уҡыусылары Башҡорт тҽлҽ көнөнә арналған диктантта әүҙем ҡатнашты. Диктантты башҡорт тҽлҽ һәм әҙәбиәтҽ уҡытыусыһы Дәүләтбаҽва Клара Мырҙағәлҽ ҡыҙы яҙҙыра.

Просмотров всего: , сегодня:

01.12.2020

f7da9e18-aba6-4691-bd2c-8282df8debbb.jpg

Бөгөн гимназияла шәп осрашыу үтте. Был осрашыуҙы "Аманат"тың баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов үткәрҙе. Балалар "Аманат"тың тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында ҡыҙығып тыңланы. Журнал үткәргән конкурстар хаҡында мәғлүмәт уҡыусыларҙың күңелен үтә ныҡ яуланы.

Просмотров всего: , сегодня:

30.11.2020

карим.jpg

Башҡорт теле йылы сиктәрендә республикабыҙҙа бик күп саралар үтә. Шуларҙың береһе - Башҡортостандан сыҡҡан совет дипломаты К.Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән интернет-викторина. Был викторинала республикабыҙ белем усаҡтарының бик күп уҡыусылары ҡатнашты. Беҙҙең гимназияның 10-сы класынан 7 уҡыусы (Йылҡыбаева А., Ғафарова Р., Насырова Г., Нурисламов И., Рахманғолов К., Сабитов А., Урманбәтова Г.), 6-сы А класынан Йылҡыбаев Искәндәр ҡатнашып, сертификатҡа эйә булдылар, ә 7-се класс уҡыусыһы Дәүләтбаев Фидан - призер. Ул юғары һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн Мәғариф министрлығының Дипломына лайыҡ булды. Афарин, уҡыусылар!

Просмотров всего: , сегодня:

10.11.2020

512178c7-c56b-4632-8279-3df6414d590d.jpg

Гимназияның китапханаһында Башҡорт теле йылына арналған "Тел халыҡтың рухи йәшәйеше һәм киләсәге" исемле сара үтте. Уҡыусылар Башҡорт теле тарихы,уның үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт алды. Бөйөк тә, бай ҙа, яғымлы ла башҡорт теле тураһында шиғырҙар яңғыраны сарала. Гимназия уҡыусылары туған те буйынса белемдәрен дә күрһәтте. Викторина һорауҙарына тулы, матур яуаптар биргән уҡыусылар бүләкләнде.

Просмотров всего: , сегодня:

20.10.2020

Башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән "Туған тел илселәре" республика акцияһы сиктәрендә видео-дәрестәр серияһы әҙерләнде. Баш.easy порталында виртуаль башҡорт теле кабинеты булдырылған. Унда онлайн-дәрестәр: аудио һәм видеочаттар, өйрәтеүсе контент урынлаштырылған. Дәрестәрҙе республика мәктәптәренең алдынғы башҡорт теле уҡытыусылары алып барҙы. Беҙҙең гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева К.М. ошо акцияла ҡатнашып Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ! Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

14.10.2020

p_6xHyMnUkc.jpg

Гимназия,район этабында ҽңҽүсҽ булып,рҽспублика Гагарин олимпиадаһында Айгүзәл Мөхәмәтйәнова (9-сы кл),Гүзәлиә Ваһапова ( 8 - сҽ кл) башҡорт теленән призёр булдылар.Етәксҽләрҽ - башҡорт тҽлҽ һәм әҙәбиәтҽ уҡытыусыһы Дәүләтбаҽва Клара Мырҙағәлҽ ҡыҙы.Айгүзәл Мөхәмәтйәнова Өфө ҡалаһына ҡотлау тантанаһына барҙы.Уҡыусы һәм ҽтәксҽһҽ диплом,миҙал,ҡиммәтлҽ бүләктәр мҽнән бүләкләндҽләр!Ҙур ҽңҽүҙәрҽ мҽнән ихлас ҡотлайбыҙ!Артабан да тик уңыштар ғына тҽләйбҽҙ!

Просмотров всего: , сегодня:

30.09.2020

исм.jpg

Ғафури районында урынлашҡан Красноусол шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара форумды ябыу тантанаһында гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы юғары наградаға лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров уны белем биреү өлкәһендәге күп йыллыҡ өлгөлө хеҙмәте һәм башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының йолаларын һаҡлауға ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Просмотров всего: , сегодня:

29.09.2020

70301cbb-de27-4479-b62f-44f5b2e7ed76.jpg

24 – 25 сентябрҙә Ғафури районында урынлашҡан Красноусол шифаханаһына республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара форумға уҡытыусылар йыйылды.

Просмотров всего: , сегодня:

12.09.2020

DlindlDs3XQ.jpg

Иҫәнғол башҡорт гимназия -интернатында"11 сентябрь -милли кейем көнөнә"арналған Берҙәм класс сәғәттәре уҙҙы.Был саранан бер кем дә ситтә ҡалманы, бөтәһе13 класс ҡатнашты.

Просмотров всего: , сегодня:

25.04.2020

па.png

Иҫәнғол башҡорт гимназия – интернаты коллективы #Башҡорт теленән халыҡ – ара онлайн диктантта# дәррәү ҡатнашты

Просмотров всего: , сегодня:

17.04.2020

ҡ.png

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан башҡорт гимназия-интернатында онлайн-дәрестәр үткәрелде. Был дәрестәрҙә уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнашты.

Просмотров всего: , сегодня:

12.03.2020

PXc1rW5qnS4.jpg

“Аманат” журналы Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр конкурстары иғлан иткәйне.

Просмотров всего: , сегодня:

25.02.2020

KryY-oNtXKo.jpg

21 февралдә Йылайыр районының мәҙәниәт һарайында күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейына арналған район-ара шиғри бәйге булды. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы менән Йылайыр районы үткәргән ҙур шиғриәт байрамда Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр райондары ҡатнашты.

Просмотров всего: , сегодня:

21.02.2020

Библ1.jpg

Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан 21 февраль - халыҡ-ара туған телдәр көнө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.И. Исмәғилева менән тәрбиәсе З.И. Дәүләтбакова етәкселегендә 5-се һәм 6-сы класс уҡыусылары балалар китапханаһында үткән «Туған телемде яратам» исемле сараға саҡырылды.

Просмотров всего: , сегодня:

11.02.2020

ZYZr_YnlBYQ.jpg

11.02.2020й.Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия - интернаты уҡыусылары Баймаҡ ҡалаһында үткәрелгән "Башҡортостан ынйылары"республика конкурсының зональ этабында 3- сө урын яуланы. Ә 9-сы класс уҡыусыһы Арыҫланов Айгиз "Ролде иң оҫта башҡарыусы"номинацияһында еңеүсе булды. "Аҫылташ"төркөмө (етәкселәре Ҡунысбаева Нурия Мөхтәр ҡыҙы, Солтанова Рәмилә Айытбай ҡыҙы) билдәле дәүләт эшмәкәре, тел белгесе Мстислав Ҡулаев тураһында тамаша күрһәтте. Уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Просмотров всего: , сегодня:

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».