Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2021” регион-ара конкурсы

25.03.2021

2021 йылдың 23 мартында “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2021” регион-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы асҡан был конкурста быйыл Башҡортостан Республикаһы, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре мәктәптәренән 53 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусы уҡытыусылар 4 марттан 20 мартҡа тиклем төрлө һынауҙарҙы үтеп сыҡтылар: “Методик оҫтахана” этабында үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән таныштырҙылар, “Дәрес” этабында онлайн форматта асыҡ дәрес бирҙеләр, “Милли кейемде презентациялау” этабында үҙҙәре йәшәгән төбәккә генә хас булған милли үҙенсәлекле костюмдарҙы күрһәттеләр йәки бай тарихҡа эйә булған милли ҡомартҡылар хаҡында һөйләнеләр. Бынан тыш, быйыл конкурста бер ни тиклем үҙгәрештәр ҙә булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Мастер-класс” этабында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары – буласаҡ уҡытыусылар менән иң уңышлы тип тапҡан эш алымдары менән бүлеште. Бөгөнгө башҡорт теле уҡытыусыһы ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел табып, уңышлы эшләй белергә тейеш. “Ата-әсәләр менән әңгәмә” ваҡытында был конкурс һынауы уҡытыусыларыбыҙҙың мәғарифтың көнүҙәк һорауҙарын яҡшы аңлауын һәм мәктәп менән ғаилә араһындағы бәйләнештәрҙең көслө икәнен күрһәтте.

Шулай итеп, бер ай һуҙымында барған көсөргәнешле конкурста Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты  уҡытыусыһы Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙына  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы тапшырылды. Клара Мырҙағәле ҡыҙына шулай уҡ Республика ата-әсәләр комитетының махсус бүләге тапшырылды.Матур һөҙөмтәләргә ирешкән хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ. Уға яңы асыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 05.04.2021

Дата обновления: 05.04.2021

Дата публикации: 25.03.2021

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».