19 май Пионерияның тыуған көнө."Дуҫлыҡ"паркында Ейәнсура районы пионерҙарының ошо датаға арналған I слеты үтте.Унда 9 мәктәптең Балалар ойошмаһы 165 - тән артыҡ ағзалары ҡатнашты.Гимназиянан 6Б класы уҡыусылары был сараға шаһит булып,матур сығыш яһап,Квест -уйында тапҡырлыҡ,өлгөрлөк күрһәтеп,рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты.