Бишенселәргә арналган кисә!

26.09.2019

Бөгөн гимназия-интернатыбыҙ залы гөрләп торҙо. Гөрләрлек тә булды шул. Бишенселәргә арналды бит ул кисә. Гимназия-интернатыбыҙҙың иң шәп, иң дәртле кластарының береһе - 7-се класс үткәрҙе был сараны. Класс етәксеһе Райхан Вафа ҡыҙы, тәрбиәсеһе Нурзия Ислам ҡыҙы ойошторған был сарала бишенселәр өсөн фәһемле мәғлүмәттәр ҙә, викторина һорауҙарына яуаптар ҙа, коцерт номерҙары ла бергә үрелеп барҙы. Бишенселәр ҙә үҙҙәренең активлығын тырышып-тырышып күрһәттеләр, тәрбиәселәре менән уҡыу йылына маҡсаттар билдәләнеләр. Уҡырға тип килгән кескәй дуҫтарыбыҙҙың маҡсаттары юғары булып, сәхнәлә сығыш яһаған апай-ағайҙары кеүек, уҡыу йортоноң данын күтәрерлек шәхестәр үҫеүҙәренә ышаныс алдыҡ был саранан. Ысынлап та, бик шәп 5-селәр килгән беҙгә!
Сарала Гөлнара Борис ҡыҙы, Зәйтүнә Имәнғол ҡыҙы, өлкән тәрбиәсе Альбина Мөхәррәм ҡыҙы, өлкән әйҙәүсе Сәлимә Зәкирйән ҡыҙы, 5Б класының ваҡытлыса класс етәксеһе Хәлитова А.Г. ҡатнашты. Ҙур рәхмәтебеҙҙе музыка уҡытыусыһы Фәнүр Ғайса улына еткерәбеҙ.
Класс етәксеһе Иҙрисова Р.В.,
ТәрбиәсеҠәҙербәҡова Н.И.

Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 28.09.2019

Дата обновления: 28.09.2019

Дата публикации: 26.09.2019

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».