Архив раздела Новости

Вернуться в раздел
2022 2021 2020 2019 2018 2017 2016

22.03.2021

ClUqnRYMGDw.jpg

"Пионер булыу еңелдән түгел" - шулай аталды бөгөнгө сара.5,6А,6Б класы уҡыусылары "Башҡортостан пионерҙары" сафына алынды.Улар Тыуған илебеҙ, ғәзиз Башҡортостаныбыҙ өсөн кәрәкле кешеләр булырға,халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итергә,ойошманың ҡанундарын тайпылышһыҙ үтәргә тип тантаналы рәүештә вәғәҙә бирҙеләр. Етенселәр, сараға яуаплы булараҡ,пионерҙарға үҙ теләктәрен шиғыр юлдары аша еткерҙеләр.

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

20.03.2021

ErMZ9tmKZss.jpg

Гимназияла Хәүефһеҙ шәмбе сиктәрендә беренсе һәм бишенсе кластар өсөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнеү ойошторолдо.Уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, йомаҡтар систеләр,юл билдәләрен ҡабатланылар. Сара Ейәнсура районының ЮХХДИ бүлеге бүләктәрен таратыу менән тамамланды

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

19.03.2021

Uhup8qp5ugg.jpg

#ГодЗдоровьяРБ #ЗдороваяулыбкаБашкортостана #СәләмәтлекйылыРБ #Башҡортостандыңсәләмәтйылмайыуы 19.03. Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары,уҡытыусылары "Йылмайыуың менән ғорурлан!" исемле республика Флешмобына дәррәү ҡушылды.Тештәр,уларҙы тәрбиәләү тураһында төрлө фәһемле әңгәмәләр, күңелле уйындар,һүрәттәр конкурсы үткәрелде

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

18.03.2021

WhatsApp Image 2021-03-19 at 17.29.11 (1).jpeg

18 март гимназиябыҙҙа, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылын ҡаршылап ,сара үтте.5-се класс уҡыусылары халҡыбыҙ тарихы,уға арналған йыл тураһында мәғлүмәт алғандан һуң,Башҡортостан автономияһы тураһында видефильм ҡаранылар.

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

13.03.2021

kgW2VTN1eG8.jpg

"Күмәкләгән - яу ҡайтарған " ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, бергә эшләһәң эш тә ырамлы,күңелдәр ҙә күтәреңке. Башҡорт гимназия - интернаты коллективы ла оҙайлы бурандарҙан һуң гимназия территорияһын ҡарҙан таҙартыу өмәһен ойошторҙо.

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

06.03.2021

R7yT6zO89yA.jpg

Өс мөғжизә мине әсир алды - Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше... Был алтын һүҙҙәр Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең шиғырынан. "Асылмаҫ сер, Тылсым булып ҡалыр асылында" тип нарыҡланған гүзәл заттар - ҡатын-ҡыҙҙар байрамы етеп килә. Гимназияның 9-сы класс егеттәре байрам уңайынан бик матур сара үткәреп, уйындар ойоштороп,ҡыҙҙарҙы ҡотлап, үҙҙәренең ихлас, иғтибарлы, рухлы булыуҙарын тағы бер тапҡыр раҫланылар. Афарин, егеттәр! Ҡыҙҙар! Һеҙҙе байрам менән!!! Һәр ваҡыт бөгөнгөләй матур,күркәм холҡло, аҡыллы булығыҙ!

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

05.03.2021

WZCENbq2KEc.jpg

8 март -Халыҡ -ара ҡатын- ҡыҙҙар көнөнә арналған төрлө саралар уҙҙы гимназиябыҙҙа.Гүзәл заттарыбыҙҙың һәр ҡайһыһы ҡотлауҙар ҡабул итте.Кескәйҙәр эшләгән бүләктәр,төшөргән һүрәттәр иң ихласылыр ул барыбер...

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

01.03.2021

AoSrewN7610.jpg

Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге Дәүләт инспекцияһына 85 йыл тула. Бөгөн район мәҙәниәт йортонда үткән конкурс ошо датаға арналды.Көндән -көн артҡан автомобилдәр һаны, ысынлап та,юл хәрәкәтенең хәүефһеҙлегенә айырыуса иғтибар талап итә. Гимназияның намыҫын 8-се кластың "Алға" командаһы яҡланы.Үҙҙәренең сағыу сығыштары,урынлы шаяртыуҙары менән тамашасыларҙың,жюри ағзаларының күңелен яуланы. "Иң яҡшы капитан"номинацияһында Бакирова Илнараға етеүсе булманы!Ә команда лайыҡлы икенсе урын яуланы.Афарин!Артабан дә уңыштар һеҙгә, уҡыусылар!

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

25.02.2021

fqYsLvHRyPI.jpg

Бөгөн башҡорт гимназия -интернатының ашханаһында "Башҡортостандың ата - әсәләре - сәләмәт туҡланыу өсөн" акцияһы сиктәрендә асыҡ ишектәр көнө үткәрелде. Ата - әсәләр бешерелгән аҙыҡты ауыҙ итте, меню менән таныштылар,туҡланыуҙы ойоштороу менән ҡыҙыҡһындылар,шулай уҡ гимназия администрацияһы,уҡыусылар, ашханасылар менән аралаштылар. Уҡыусылар, ата - әсәләр өсөн туҡланыу буйынса анкета ла ойошторолдо. Ата - әсәләр был сара һәм гимназияла балаларҙың туҡланыуы менән ҡәнәғәт булдылар һәм рәхмәт әйттеләр.

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

20.02.2021Хочу такой сайт

20 февраля 2021 года с 11.00 до 13.00 часов пройдет Международный диктант на родных языках Республики Башкортостан – на русском, башкирском, татарском, марийском, чувашском, удмуртском. Организаторы диктанта – Министерство образования и науки Республики Башкортостан, Министерство культуры Республики Башкортостан, МСОО «Всемирный Курултай (конгресс) башкир», Совет Ассамблеи народов Республики Башкортостан. Написать диктант на родных языках будет возможность у жителей всех городов и районов республики и субъектов Российской Федерации, обучающихся общеобразовательных и профессиональных образовательных организаций, образовательных организаций высшего образования Республики Башкортостан. В диктанте может принять участие любой желающий независимо от возраста, образования, места жительства, вероисповедания, профессии и политических взглядов. Участие в акции добровольное и бесплатное. С положением о проведении можно ознакомиться здесь. Окончательные итоги будут опубликованы на сайтах Министерства образования и науки Республики Башкортостан, МСОО «Всемирный Курултай (конгресс) башкир». Все, написавшие диктант, получат сертификат участника.

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

18.02.2021

3CZTBvJIxlE.jpg

Бәхетленең ҡунағы бер көндә, ти... Бөгөн ике сараның шаһиты, баһалаусыһы булды беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙ... Кемдәр икәнен, алдағы яҙмала табырһығыҙ.Ә хәҙер һүҙ 8-10 кластар араһындағы "Хәрби марш һәм йыр" бәйгеһе тураһында булыр. Был сара гимназияла матур йолаға әйләнде тип әйтергә мөмкин.Кластарҙың әҙерлегеге лә йылдан- йыл яҡшыраҡ, ҡатнашыусыларҙың мөнәсәбәте лә етдиерәк була бара.Ә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү,рухты үҫтереү,бер- берең өсөн яуаплылыҡ,берҙәмлелек кеүек төшөнсәләрҙе аңлау ... ысын мәғәнәһендә,сараның әһәмиәте бик ҙур! Һәр бер бәйгенең еңеүсеһе була.Абруйлы жюриның фекере буйынса 10-сы класс -1-се,9А -2-се,9Б менән 8-се кластар - 3-сө урынға лайыҡ тип билдәләнде."Иң яҡшы командир"номинацияһында Шахмөхәмәтова Азалияға етеүсе булманы!

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

18.02.2021

-B7QLqgTziM.jpg

Февраль - батырлыҡ айы.Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуы ла, Ватанды һаҡлаусылар көнө лә нәҡ был айҙа бит.Ошо ваҡиғаларға бәйле бихисап саралар үткәрелә уҡыу йортобоҙҙа.18.02.5-7- се кластар өсөн ойошторолған "Хәрби йырҙарҙы сәхнәләштереү" конкурсы ана шуларҙың береһе.Бәйгелә отставкалағы подполковник Таиров Р.И.,район ветерандары Советы рәйесе Кәримова Н.Ф.,военкомат вәкиле Сәғитова Р.Х.,"Бөркөт"ойошмаһы егеттәренең ҡатнашыуы уның мәртәбәһен арттырҙы ғына,район кимәленә күтәрҙе,тиһәм дә һис шаштырыу булмаҫ!Уҡыусыларыбыҙҙың ихлас, эскерһеҙ уйнауҙары күңел ҡылдарын тибрәтте,ауыр һуғыш йылдарына алып барҙы... Шулай итеп,һөҙөмтәләр түбәндәгесә: 5-се класс-1-се, 6А-2-се, 6Б менән 7-се кластар 3-сө урындарҙы бүлеште.

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

17.02.2021

fvPj68LzwTQ.jpg

Бер егеттең ҡыйыулығы мең егеткә дан килтерер... Егетлек бүрек кейеүҙә түгел, батырлыҡта... Бигерәк тапҡыр телле инде халҡыбыҙ! Был мәҡәлдәр тап беҙҙең егет- ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында ла баһа!17 февралдә үткән "Зарница" республика хәрби- спорт уйынының район этабында икенсе урын яулап. үҙҙәренең һәләтен төрлөсә асып,гимназияныбыҙҙың намыҫын яҡлаусы "Һалдаттар"командаһы тураһында ине һүҙем. 16 мәктәп араһында лайыҡлы сығыш яһанылар: "Хәрби-тарихи викторина"- 1-се, "ОЗК"(Ҡыуатов Нияз)-2-се, "Көс гимнастикаһы"(Сырлыбаева Нурзилә)-2-се, "Автоматты тағатыу-йыйыу"( Уразов Искәндәр)-3-сө урын. Рухлы,берҙәм булыуҙары уңышҡа алып килде лә инде уларҙы!

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

17.02.2021

pqxkEYXbAKE.jpg

Бөгөн, 17 февраль, башланғыс класс уҡыусылары “Беҙ -илдең киләсәге”, исемле әҙәби - музыкаль конкурста ҡатнаштылар. Был сарала район ветерандары Советы рәисе Кәримова Н.Ф. ҡатнашты.

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

15.02.2021

znaeZyLIRYY.jpg

Февраль батырлыҡ айы. Был айҙа гимназияла бик күп патриотик саралар үткәрелә. Гөр килеп торҙо бөгөн гимназияның спортзалы. Ҡартатайҙар, атайҙар, ағайҙар менән бер рәттән башланғыс класс малайҙары ”Батырҙар”, “Етеҙҙәр”, “Сәләмәтлек” командаларына бүленеп көс һынашты. Ярыш программаһын Юлай Фатихович, Анзур Хәлимович, Гөлнара Шаһибаловна, Эльмира Кәбировна шундай ҡыҙыҡлы итеп төҙөгән, хатта ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй ҡалды. Егеттәр автоматты һүтеп йыйҙылар, төймә таҡтылар һәм ил һаҡсыларына кәрәк булған сифаттарҙы күрһәтеүсе башҡа бик күп конкурстарҙа ихлас ҡатнаштылар. Жюри һәр бер ярышты талапсан күҙәтеп барҙы һәм беренсе урында, тип “Етеҙҙәр ” командаһын билдәләне. Ир – егеттәргә көс һәм таһыллыҡты ошондай ярыштарҙа ғына күрһәтергә яҙһын, илебеҙ тыныс булһын!

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

13.02.2021

axwZcNlzceg (1).jpg

#добраясуббота#изгҽшәмбҽ# 13.02.2021йыл Гимназия-интҽрнатының 6"б" класы уҡыусылары оло йәштәгҽ ауылдаштарына ярҙам иттҽләр.Уҡыусыларыбыҙ иҙән йыуҙылар, ҡар көрәнҽләр, мал ҡаранылар, ашарға бҽшҽрҙҽләр, өйҙәрҽнә аҙыҡ-түлҽк алып килдҽләр, утын ярҙылар. Гҽл шулай ярҙамсыл, эшһөйәр булайыҡ!

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

12.02.2021

EDDhG6NFvI4.jpg

20 января прошел муниципальный этап научно-практической конференции в рамках Малой академии наук Республики Башкортостан в дистанционном формате. Конференция способствует развитию мышления, формированию лидерских и творческих качеств обучающихся на основе проявления компетентности, самостоятельности и оригинальности в проектной и исследовательской деятельности. В этом году произошло важное изменение в порядке проведения Конференции — участие принимают обучающиеся 2 — 6 классов образовательных организаций. Юные исследователи нашей гимназии- интерната Бикбаева Гузелия (руководитель Абдуллина М.Б.), Баязитова Эльза (руководитель Юланова М.Х.), Идрисов Ислам (руководитель Тимермуллина Г.Ш.) Тулибаева Гузель, Аккубеков Идель (руководитель Султанова Р.А.) плодотворно поработали и достойно выступили, показав хорошие результаты в химико –биологическом направлении ученик 5 класса Аккубеков Идель стал призером, а в направлении «Региональное краеведение, народная культура, народное творчество» ученик 3 класса Идрисов Ислам стал победителем и будет участвовать на республиканском этапе!

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

08.02.2021

a71e9f22-0f37-4a60-b563-f45c35e66eb3.jpg

Гимназияның 5-се класс уҡыусылары өсөн йәш антифашистар көнөнә арналған сара үтте. Уҡыусылар үҙҙәренең тиҫтерҙәре пионер-геройҙар тураһында мәғлүмәт алдылар. Илһөйәрлек, ватансылыҡ тәрбиәләүсе был сара 8 февраль-йәш антифашистарҙы иҫкә алыу көнөнә арналды.

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

06.02.2021

pHMFOFWkzHA (1).jpg

#Добраясуббота#Изгешәмбе 06.02.2021й. Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатының 9-сы Б класы уҡыусылары #Изгешәмбе акцияһы сиктәрендә оло йәштәге ауылдаштарына ҡулдарынан килгән ярҙамды күрһәтте. Улар ҙур теләк менән иҙән йыуҙылар, мал ҡаранылар, ҡар көрәнеләр. Уҡыусыларҙың ихласлап ҡар көрәүе ҡарлы-буранлы шәмбелә ифрат ҙур ярҙам булды. Афариндар!!!

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .
Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».