Публикации за Январь 2021

03.01.2021

Бөгөн көн бик матур. Тышта аяҡ аҫтында ҡар шыгырлай, эргәлә турғайҙар сыбырлаша. Ошо матур көндө 5 класс уҡыусылары ҡырға саф һауала саңғыла йөрөргә сыҡтылар. Саңғыла йөрөү бик күңелле булды. Аяҡ аҫтында ап аҡ ҡар, тирә яҡта йәнлектәр эҙҙәре, биттәр алланды, күңелдэр күтәрелде.

Просмотров всего: , сегодня:

03.01.2021

"Тағараҡ эшлә – ҡоштарҙы ашат!” Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының 1-се класс уҡыусылары “Ҡанатлы дуҫтар” республика бәйгеһенең “Тағараҡ эшлә – ҡоштарҙы ашат!” номинацияһында ҡатнашырға ҡарар иттеләр. Ата-әсәләре менән берлектә улар ҡоштар ашханаһы эшләнеләр һәм биҙәнеләр.

Просмотров всего: , сегодня:

02.01.2021Хочу такой сайт

Бөгөн, 2 ғинуар,"Тирә -яҡ мөхитте һаҡлау көнө"нә арнап,4-се класс уҡыусылары класс етәкселәре менән "Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар " темаһына онлайн -викторина үткәрҙеләр.Балаларҙың беҙҙең яҡ ҡоштары тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү,ҡоштарға ярҙам итеү,тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан ,уҡыусыларға төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар бирелде.Улар һүрәттәр төшөрҙөләр,йомаҡтар систеләр. Шулай уҡ тағараҡтар эшләү һәм ҡуйыу акцияһында ҡатнаштылар.

Просмотров всего: , сегодня:

01.01.2021

1 ғинуар гимназияның спортзалында физкультура уҡытыусыһы Хәсәнов Й.Й. башланғыс класс уҡыусылары өсөн ярыш үткәрҙе. “Күңелле старттар” балаларға бик оҡшаны, улар күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралды.

Просмотров всего: , сегодня:

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».