#Башҡорттелейылы# Теле барҙың - иле бар.

21.02.2020

Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан 21 февраль - халыҡ-ара туған телдәр көнө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.И. Исмәғилева менән тәрбиәсе З.И. Дәүләтбакова етәкселегендә 5-се һәм 6-сы класс уҡыусылары балалар китапханаһында үткән «Туған телемде яратам» исемле сараға саҡырылды. 

Сараның тәүге өлөшөндә уҡыусылар әҙәби-интеллектуаль уйында тел һәм әҙәбиәт өлкәһендә ярышты, «Мәҡәлдәрҙе дауам ит», «Йомаҡтарҙың яуабын әйт», «Шаян Һорауҙар», «Серле квадрат» исемле уйындарҙа «Тапҡырҙар», «Зирәктәр» һәм «Отҡорҙар” командалары барыһы ла әүҙем ҡатнашып, төплө белемдәрен күрһәтте. 

Китапхана хеҙмәткәре Гөлсиә Ильтинбаева Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына старт биреүе хаҡында иғлан итеп, уҡыусыларҙы был балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында популярлаштырыуға йүнәлтелгән акцияға ҡушылырға саҡырҙы. 

 5-се класс уҡыусыһы Арыҫлан Хәсәнов, 6-сы класс уҡыусылары Рената Ғайсина, Айгизә Иҫәнсурина һәм Аделина Сәйфетдинова эпостан өҙәктәр һөйләп ишеттерҙе.
Уҡыусылар «Теле барҙың – иле бар, иле барҙың – көнө бар” исемле китап күргәҙмәһе менән танышты, “Туған тел” исемле видеояҙма ҡараны. Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сарабыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рами Ғариповтың «Туған тел» шиғыры флешмобы менән күтәренке рухта тамамланды.
Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Дата создания: 25.02.2020

Дата обновления: 25.11.2020

Дата публикации: 21.02.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».