"Кинйә Арыҫланов" уҡыуҙары

01.12.2023

Күмертау ҡалаһы Республика политехник лицей-интернатында Кинйә Арыҫлановтың юбилейына арналған республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Килгән ҡунаҡтарҙы уҡыу йортоноң етәкселәре, уҡытыусылары, тәрбиәселәре йылы ҡаршы алдылар. Тамашасылар залына йыйылып, сараны йыр-моң менән асып ебәрҙеләр.

Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән, 19 команданан торған ҡыҙ-егеттәр үҙ-ара көс һынаштылар. Был юлы ла М.С.Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һынатманы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары  "Башҡорт әҙәбиәтендә остаз образдары" исемле оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп үттеләр. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтар өсөн ойоштороусылар этно-биҙәүестәр буйынса мастер-кластар күрһәтеп кенә ҡалманылар, ә уҡыусыларҙы өйрәтеп бүләк итеп тә бирҙеләр. Сара аҙағында мәртәбәле жюри ағзалары конкурс буйынса сығыш яһанылар һәм иң-иңдәрен һайлап еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Ә шулай ҙа яңы танышыуҙар, яңы тәжрибә, яңы тәьҫораттар күңелдәрҙе күтәрә, ҡанатландыра. Шулай итеп фәнни-ғәмәли конференцияһы юғары кимәлдә үтте һәм ойоштороусыларға изге теләктәребеҙҙе, рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Дата создания: 11.12.2023

Дата обновления: 11.12.2023

Дата публикации: 01.12.2023

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».