Мостай иле
18.10.2024
Баласаҡтың ихласлығы, сафлығы, мөхәббәттең иң ғазаплыһы һәм иң татлыһы, дуҫлыҡтың тиңдәшһеҙлеге, донъя аҡылы сағыла унда. Был – бөтмәҫ-төкәнмәҫ наҙ, изгелек, ғәҙеллек, матурлыҡ, шәфҡәтлелек иле! Ошо мөғжизәле илгә, шағир үҙе әйткәнсә, “бер ҡатлыраҡ, шауҡымлыраҡ, саяраҡ, көнкүрештәре беҙ йәшәп ятҡан тормоштан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ, саҡ ҡына тылсымлыраҡ донъя менән танышты гимназия уҡыусылары, халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған ҙур сарала.
1-6-сы кластар араһында әҙиптең әҫәрҙәрен сәхнәләштереү буйынса “Беҙҙең илдең йәме” исемле конкурс ойошторолдо. Һәр класс сығышының үҙенә генә хас үҙенсәлеге булды: 1-се класс уҡыусылары ихласлыҡтары менән алдырһа, 2-се класс Мостай Кәрим геройҙарының шаян-шуҡлыҡтарын оҫта күрһәтте, ә 3-сө класс, ваҡиға барған осорҙоң реквизиттарын оҫта ҡулланып, шул заманға ҡайтарҙы. 4-се класс ижади оҫталыҡтары, 5-6-сы класс уҡыусылары сағыу сығыштары менән һоҡландырҙы. Һәр сығыш ҡабатланмаҫ булды. Әммә жюри ағзалары бер тауыштан 3-сө класс уҡыусыларының сығышына иң юғары баһа бирҙе.
7-11-се класс уҡыусылары араһында иғлан ителгән “Аҡъегет” һәм “Аҡйондоҙ” конкурсы талаптарына ярашлы, бәйгелә Мостай Кәримдең Аҡъегете һәм Аҡйондоҙона торош булырҙай бер егет, бер ҡыҙ һайланырға тейеш ине. Конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан һәр егет-ҡыҙҙарыбыҙ тышҡы матурлыҡтарын ғына түгел, зирәклектәрен, рухи байлыҡтарын, ижади һөнәрҙәрен күрһәтә алды.
Ҡыҙҙарыбыҙ Аҡйондоҙ булып баҙлаһа, сая, дәртле, ҡыйыу егеттәребеҙ Аҡъегет булмышын асып һала алды. Бәйге дауамында уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырҙылар, шиғыр, әҫәрҙәрҙән өҙөктәр һөйләнеләр, Мостай Кәримдең ижады һәм тормош юлына ҡағылышлы викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Һәр конкурсант юғары исемгә лайыҡ ине. Жюри ағзалары, оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, Шайморатов класынан Илшат Сабиров “Аҡъегет”, Лилиә Яковлева “Аҡйондоҙ” исемен йөрөтөргә хаҡлы тип тапты.
Батыр йөрәкле, кешелекле, саф күңелле кешеләр иле ул – Мостай иле. Ошо илде күңелдә йәшәткәндә генә халҡыбыҙға тоғро ҡаласағыбыҙға инанып таралышты һәр кем был рухлы саранан.
Дата создания: 31.10.2024
Дата обновления: 31.10.2024
Дата публикации: 18.10.2024