#Башҡорттелейылы# Иҫәнғол башҡорт гимназия – интернаты коллективы #Башҡорт теленән халыҡ – ара онлайн диктантта# дәррәү ҡатнашты.

25.04.2020


ҮҘ ТЕЛЕМДӘ ҺӨЙЛӘШӘМ

Үҙ телемдә һөйләшәм -
Миңә ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм -
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.

Үҙ телемдә һөйләшәм –
Бар булмышым нур ғына.
Үҙ телемдә һөйләшәм –
Күңелкәйем йыр ғына.

Һәр һүҙ миңә сәскә төҫлө,
Һәр һүҙ – йәйғор киҫәге.
Шатлығымдың юҡ сиге,
Юҡ шатлығым иҫәбе.
Хочу такой сайт

Үҙ телемдә һөйләшәм,
Үҙ илемдә көн күрәм,
Күңелемә шатлыҡтан,
Кинәнестән нур һүрәм!
(Д.Талхина)
Иҫәнғол башҡорт гимназия – интернаты коллективы #Башҡорт теленән халыҡ – ара онлайн диктантта# дәррәү ҡатнашты.Был сарала тотош ғаилә менән яҙыусыларҙың байтаҡ булыуы, һәр кемдең эшкә етди  һәм ихлас тотоноуы уның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.  Донъялағы һуңғы араларҙағы хәл- ваҡиғалар тере аралашыуҙарҙы сикләгән мәлдә араларҙы яҡынайтты, башҡорт халҡының берҙәмлеген раҫланы ғына ул байрам!
  Күптәребеҙҙең олатайҙары Бөйөк Ватан һуғышында атлы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткәндәр.Тексты  яҙған ваҡытта яугир ҡартайҙарыбыҙҙың  һыны күҙ алдыбыҙҙан китмәне…

Просмотров всего: , сегодня:

Дата создания: 27.04.2020

Дата обновления: 25.11.2020

Дата публикации: 25.04.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».