Аттестат — ҡулдарҙа

15.06.2020

Рәсәй Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, Быйыл белем тураһында документты туғыҙынсы кластарға — Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы, ә ун беренселәргә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренән тыш бирергә хәл ителде.

Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы:

— быйыл Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы уҡыусыларҙың ағымдағы билдәләре йомғаҡтары буйынса уҙғарыла, был 9-сы һәм 11-се кластарҙа аттестат тапшырыу өсөн нигеҙ булып тора;

— Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона инергә йыйынғандар ғына бирергә тейеш;

Гимназияны быйыл 23 туғыҙынсы синыф һәм  15 бала ун беренсене тамамлай.

Туғыҙынсы синыфтан 3 уҡыусының - Йылҡыбаева Айзида, Илбаева Минзәлә, Сабитов Алмаздың   аттестатын шау биштәр биҙәй.Хочу такой сайт

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең ниндәй булыуына ҡарамайынса, аттестатында тик бишле билдәләре булған ун беренсе класс уҡыусылары Ишмөхәмәтова Яҙгөл, Хантимерова Земфира, Солтанғужина Алтынай, Ғафарова Айгүзәлгә «Уҡыуҙағы уңыштары өсөн» миҙалы тапшырылды. 

Уҡыусыларға уңыштар, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 16.06.2020

Дата обновления: 16.06.2020

Дата публикации: 15.06.2020

Наверх

О всероссийском учении

На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.
Приказ МКУ "Отдел образования Администрации МР Зианчуринский район РБ" №204 от 03 мая 2024 года "О проведении всероссийского учения".PDF (скачать)
Приказ по МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой с.Исянгулово № 80 от 15.05.2024 года.PDF (скачать)

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».