#Башҡорттелейылы# Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы

29.09.2020

24 – 25 сентябрҙә Ғафури  районында  урынлашҡан  Красноусол шифаханаһына республикабыҙҙың төрлө  тарафтарынан  башҡорт  теле һәм  әҙәбиәтенән  төбәк-ара  форумға  уҡытыусылар  йыйылды.  Был  форумға  беҙҙең  райондан  биш  кеше  барҙы. Улар  араһында  Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты   директоры  Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙы  Садыҡова  һәм башҡорт теле һәм  әҙәбиәте  уҡытыусыһы  Гөлбаныу  Ирек  ҡыҙы  Исмәғилева  ла  бар  ине.  Улар форум  сиктәрендә  үткән  төрлө оҫталыҡ кластарында, тренингтарҙа  һәм  консультацияларҙа  әүҙем  ҡатнашып, башҡорт  телен  уҡытыуҙың  инновацион  алымдарын, белем  биреү  барышында  ҡулланырлыҡ  яңы  методикаларҙы   үҙләштереп, байтаҡ   эш  тәжрибәһе  туплап  ҡайттылар. Ҡунаҡсыл  Ғафури  ерендә  үткән  форум  бик  ваҡытлы  һәм  әһәмиәтле  булды, унда  ҡатнашҡан  уҡытыусылар  киләсәккә  яңы  көс, дәрт, илһам  алдылар.  

Просмотров всего: , сегодня:

Дата создания: 29.09.2020Хочу такой сайт

Дата обновления: 04.12.2020

Дата публикации: 29.09.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».