#Башҡорттелейылы#Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр конкурсы

12.03.2020


“Аманат” журналы Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр конкурстары иғлан иткәйне. Бәйгенең беренсе өлөшөнә 2019 йылда йомғаҡ яһалды. Беҙҙең район башҡорт гимназия-интернатының 7-се класс уҡыусыһы Айгүзәл Мөхәмәтйәнова (етәксеһе – Клара Дәүләтбаева) еңеүсе булғайны.

Быйылғы йылдың 11 мартында БДУ-ла бәйгенең икенсе өлөшөнә йомғаҡ яһалды. “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған еңеүселәребеҙҙе тәбрикләнеләр, Маҡтау билдәләре, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Беҙҙең район башҡорт гимназия-интернатының 7-се класс уҡыусыһы Вәсилә Хәкимова (етәксеһе – Клара Дәүләтбаева) еңеүсе булды һәм ошо тантанаға саҡырылды. Уға Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Мостай ҡыҙының ҡулынан бүләк алыу бәхете тейҙе.

Просмотров всего: , сегодня:

Дата создания: 25.11.2020Хочу такой сайт

Дата обновления: 25.11.2020

Дата публикации: 12.03.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».