#Башҡорттелейылы#Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте

14.01.2020

Һәр йылдың ғинуар айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәреү күптән матур традицияға әйләнде. Ул ярыш ҡына түгел, ә туған телде өйрәнеүселәрҙең, фекерҙәштәрҙең ҡоро, туған тел һәм рухиәт байрамы булып хәтерҙә ҡала.

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада тамамланды. Унда беҙҙең гимназиянан  3 уҡыусы ҡатнашты. Шулар араһынан ике бала: 8-се класта белем алыусы Мөхәмәтйәнова Айгүзәл (етәксеһе Дәүләтбаева К.М.) һәм 9-сы кластан Йылҡыбаева Айзида (етәксеһе Исмәғилева Г.И.). Ҡыҙҙарыбыҙ һынатманы. Икеһе лә, конкурс шарттарын уңышлы үтеп, призёр исеменә лайыҡ булды! 

      Ихлас күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңынан - яңы үрҙәр теләйбеҙ!


Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Дата создания: 25.11.2020

Дата обновления: 25.11.2020

Дата публикации: 14.01.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».