“АҠМУЛЛА ДИКТАНТ”Ы

08.12.2020

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Шулай уҡ 2019 йылдан алып 14 декабрь рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө тип билдәләнә.

Был көн башҡорт халҡының бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килеп билдәләнеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Уның исемен Өфөлә Башҡорт дәүләт педагоигя университеты ла йөрөтә. Уҙған йылға йомғаҡ яһап, университет 11-12 декабрҙә “Аҡмулла диктант”ы уҙғара.
Диктант үҙ эсенә 30 тест һорауын индерә: Аҡмулланың тормошо, ижады тураһында 10 һорау, уның замандаштары тураһында 10 һорау һәм башҡорт теле тураһында 10 һорау.
Диктантта ҡатнашыу шарттары тураһында тулы мәғлүмәт https://bashdict.ru сайтында бирелгән һәм сарала ҡатнашыу өсөн дә ошо рәсми сайтҡа инеү талап ителә.

#БашҡортТеле2020.

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Положение об Акмуллинском диктанте.pdf (скачать) (посмотреть)

Дата создания: 09.12.2020

Дата обновления: 10.12.2020

Дата публикации: 08.12.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».