"Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,иле юҡтың ғына теле юҡ" темаһына ижади эштәр конкурсы
13.12.2020
Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатында Башҡорт теле йылын йомғаҡлау саралары планына ярашлы "Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,иле юҡтың ғына теле юҡ" темаһына ижади эштәр конкурсы ойошторолдо. Был конкурста уҡыусылар бик әүҙем ҡатнаштылар. Урындар түбәндәгесә билдәләнде.9Б һәм 10-сы кластар араһында Галина Азалия - I урын, Нурисламов Илдар, Ғафарова Раушания- II урын, Йылҡыбаева Айзидә, Урманбәтова Гөлфинә, Ураҡаев Ильяс, Бикбаева Әҙилә - III урын. Афарин, уҡыусылар!
Просмотров всего: , сегодня: