Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды

16.12.2020

14 декабрь, Башҡорт теле көнөндә, республика Башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән иғлан иткән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды.Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында үтте. Мәртәбәле сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев сығыш яһап телебеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы,тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡырҙы. Тантанала ҡатнашыусыларҙы Республика Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Азат Бадранов,Ленара Иванова, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡа почётлы ҡунаҡтар ҡотланы.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин милли мәғариф өлкәһендә ҡаҙанған уңыштары, башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә күрһәткән юғары эш һөҙөмтәләре өсөн иң яҡшы ун дөйөм белем биреү мәктәбе директорҙарын бүләкләне.

Шуныһы ҡыуаныслы, был  исемлектә беҙҙең Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты ла бар, ул милли мәғариф өлкәһендә ҡаҙанған уңыштары, башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә күрһәткән юғары эш һөҙөмтәһе өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Оло еңеү менән гимназия коллективын ҡотлайбыҙ! Яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!

 https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/328965/Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 20.12.2020

Дата обновления: 23.12.2020

Дата публикации: 16.12.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».