2021 йылда 9-сы һәм 11-се кластарҙың берҙәм дәүләт имтиханын, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыу тәртибе

28.12.2020

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте 2021 йылда 9-сы һәм 11-се кластарҙың берҙәм дәүләт имтиханын, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыу тәртибе тураһында иғлан итте.  

  • Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына инергә йыйынған уҡыусылар өсөн берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 31 майҙан 2 июлгә тиклем, берҙәм дәүләт имтиханының өҫтәмә осоро 12-17 июлдә үткәрелә. Был турала Мәғариф министрлығы башлығы Сергей Кравцов белдерҙе.
  • 2021 йылда ағымдағы эпидемик хәлгә бәйле 11-се кластар һәм берҙәм дәүләт имтиханының башҡа ҡатнашыусылары, шулай уҡ 9-сы  кластар өсөн  дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ваҡытынан алда уҙғарыу осоро булмай.
  • Юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған сығарылыш класы уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтиханы урынына рус теленән һәм математиканан дәүләт сығарылыш имтиханын тапшырырға кәрәк.
  • Киләһе йылда база кимәлендәге математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы булмай.
  • 11-се кластар өсөн берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашырға мөмкинлек биргән йомғаҡлау иншаһы һәм изложение апрель уртаһында үткәрелә.
  • 9-сы кластарға төп дөйөм белем тураһында аттестат ике мотлаҡ фән – рус теле һәм математика буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре нигеҙендә бирелә. 2021 йылда 9-сы класты тамамлаусылар төп дәүләт имтиханында һайлау буйынса уҡыу предметтарын тапшырмай.                                               https://edu.gov.ru/press/3285/obyavleny-izmeneniya-poryadka-provedeniya-ege-i-gosudarstvennoy-itogovoy-attestacii-vypusknikov-9-i-11-klassov-v-2021-godu/

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 30.12.2020Хочу такой сайт

Дата обновления: 30.12.2020

Дата публикации: 28.12.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».