29.12.2020
Башҡортостанда халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен, призерҙарын, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тейешле указға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы "уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаһы (конкурсы) еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының премиялары булдырыла».
Олимпиадалар мәғариф өлкәһендәге федераль башҡарма власть органдары бойороҡтары менән раҫланған олимпиадалар исемлектәренә инергә тейеш.
Беҙҙең башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Йылҡыбаева Айзидә 2019-2020 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион-ара олимпиада призеры булып, Республика башлығының 10 меңлек грантына эйә булды. Етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы шулай уҡ 10 меңлек премияға лайыҡ булды. Гимназияның, райондың, республиканың данын күтәргәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Афарин! Ҙур уңыштарығыҙ менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Просмотров всего: , сегодня:
Дата создания: 30.12.2020
Дата обновления: 30.12.2020
Дата публикации: 29.12.2020