Башҡорт гимназия - интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған "Аҡйегет менән Аҡйондоҙ"конкурсы үтте. Был сарала "Киске Өфө"гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм яҙыусы Сәрүәр Суринаның ҡатнашыуы икеләтә ҡыуаныслы булды.Уҡыусыларҙың сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары,шиғырҙарҙы тамашасы күңеленә еткерә белеүҙәре һоҡландырҙы.Мәртәбәле ҡунаҡтарҙың сығышы, балалар,коллектив менән аралашыуҙары, бүләк итеп тапшырылған китаптар,күмәк фотоға төшөү - былар бөтәһе лә күңелгә дәрт, рух өҫтәне. "Аҡйегет" исеменә 9-сы класс уҡыусыһы Арыҫланов Айгиз, "Аҡйондоҙ" исеменә 7-се класс уҡыусыһы Ваһапова Гүзәлиә лайыҡ булды.
Сараны ойоштороусы китапханасы Нурия Мөхтәровнаға һәм Радмир Рәиловичҡа рәхмәтлебеҙ.